Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Декабрь 2019, 11:50

Тағы ла бер “Ашығыс ярҙам”!

Һәр йыл декабрь һуңында урындағы дауаханаларҙың автомобиль паркы яңыра. Быйыл да матур йолаға әйләнгән был сара баймаҡтарҙы урап үтмәне. Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһы тағы ла бер яңы “Ашығыс ярҙам” менән тулыланды. Ул дауалау-диагностикалау аппараттары менән тулыһынса йыһазландырылған. #национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты

Һәр йыл декабрь һуңында урындағы дауаханаларҙың автомобиль паркы яңыра. Быйыл да матур йолаға әйләнгән был сара баймаҡтарҙы урап үтмәне. Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһы тағы ла бер яңы “Ашығыс ярҙам” менән тулыланды. Ул дауалау-диагностикалау аппараттары менән тулыһынса йыһазландырылған.

Машинаға ГЛОНАСС системаһы ҡуйылған. Кондиционер, эске салонды йылытыу, тауыш көсәйткес ҡоролмалары бар. Бынан тыш яһалма тын алдырыу, дефибриллятор һәм электрокардиограф та урынлаштырылған. Был иһә ауырыуҙарға беренсе медицина ярҙамы күрһәтергә мөмкинлек бирә.

Читайте нас: