Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Декабрь 2019, 18:20

“Рәсәй Федерацияһы региондарында башҡорт теле"

“Рәсәй Федерацияһы региондарында башҡорт теле"Тап шулай тип аталған методик китап донъя күрҙе. Уның авторы - Ләйсән Йәҙгәр ҡыҙы Әхмәҙуллина, редакторы - Рита Тимерхан ҡыҙы Аҡбулатова, рецензенты - Сәлимә Айбулат ҡыҙы Таһирова.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Тап шулай тип аталған методик китап донъя күрҙе. Уның авторы - Ләйсән Йәҙгәр ҡыҙы Әхмәҙуллина, редакторы - Рита Тимерхан ҡыҙы Аҡбулатова, рецензенты - Сәлимә Айбулат ҡыҙы Таһирова.

Проект Башҡортостан республикаһы Башлығы гранты ярҙамында бойомға ашырылды. Тәҡдим ителгән методик ҡулланма башҡорт телен сит өлкәләрҙә өйрәтеүҙең теоретик нигеҙҙәрен һәм практик яҡтан ойоштороу үҙенсәлектәрен асып биреүгә йүнәлтелгән. Әсбапта Мәскәүҙә ойошторолоп, эффектив эшләп килгән балалар өсөн башҡорт теле дәрестәренең методикаһы һәм 20 дәрестең өлгөһө бирелә. Методикаға ярашлы, башҡорт телен төрлө кимәлдә белгән балалар бергә уҡып, башҡорт телен ҡыҙыҡлы дәрестәр аша үҙләштереләр.

Эш барышында ҡулланылған бар иллюстрациялар, күнекмәләр эш дәфтәрендә тупланған. Бөтә һүрәттәр уникаль һәм улар рәссамдар тарафынан өлгө итеп тәҡдим ителгән дәрестәр өсөн махсус яһалған. Методик ҡулланма менән эш дәфтәре ярҙамында башҡа төбәктәрҙә лә, Башҡортостандағы балалар баҡсаларында ла тел өйрәнеү эшен ойоштороп була

Читайте нас: