Бөгөн үҫмерҙе интернетһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Блок, вайн, покаст... Был һүҙҙәрҙе өлкәнерәк быуын бәлки аңлап та етмәйҙер. Тик үҫмер түгел. Ҡайһы берҙәре хатта яратҡан шөғөлөнән табыш та ала башлаған икән. Шуларҙың ҡайһы берҙәренә иғтибар итәйек.
Стәрлетамаҡтан 18 йәшлек Миша Двощанский тәүге килемде 14 йәшендә ала. 1 мең долларҙы уға ата-әсәләр өсөн асылған интернет-магазин өсөн яҙылған махсус программа алып килә. Үҫмер егеткә үҙ эше өсөн аҡса алыу шул тиклем ныҡ оҡшап ҡала, яңынан-яңы юлдарҙы эҙләй башлай ул. Мәктәптән буш ваҡытын тик аҡса эшләүгә арнай башлай.
10-сы класты тамамлағас, ситтән тороп эшләп, айына 80-әр меңләп һум аҡса эшләй башлай. Шул уҡ ваҡытта Instagram селтәре менән ҡыҙыҡһына башлай. Ә был мәлдә Маска тигән инструпенттар популярлыҡ яулай барған була.
"Ҡулланыусылар үҙҙәренең битләүегенә Stories (ниндәйҙер билдәле бер мәлдә генә күренә торған ҡыҫҡа виде йәки фото) һала башлайҙар. Унда улар үҙҙәренә бесәй ҡолаҡтарын йәбештерә, йөҙҙәрен ялтыр итеп күрһәтә йә күҙҙәрен ҙурайта һ.б. Баштараҡ Instagram селтәрен эшкәртеп сығарыусылар ғына маска тәҡдим итә алһа, 2018 йылда компания ситтән килгән авторҙарға ла рөхсәт итә башлай. Шулай бер мәл мин иҫ китмәле матур маскаға юлыҡтым. Ҡанатланып киттем, үҙемдең подписчиктарыма ла тап шундай үҙенсәлекле маскалар тәҡдим иткем килде", -- тип был иҫкә алып үтте Двощанский.
Двощанскиҙы дәртләндергән маска авторы digital-дизайнер Джоанна Ясковска була.Уның эшләгән маскалары кеше йөҙөн үҙгәртә, тип кенә әйтһәң бик аҙ була. Фотолағы йөҙ ялтырауыҡ менән емелдәп киткән булған. Ҡайһы бер маскалары алтын пудра кеүек емелдәй. Миша ла Джоаннаның уңышын ҡабатларға ҡарар итә. Хат-хәбәр яҙып һала. Ул ҡулланған программаның исеме менән ҡыҙыҡһына. Джоанна әлбиттә уға яуап бирмәй.
"Гуглит иттем, кәрәкле программаны күсереп алды. Бер төн эсендә "Сараһыҙлыҡ" тип аталған маска (күҙҙән йәш түгелә) килеп сыҡты. Социаль селтәргә заявка ебәрҙем. Ике аҙнанан платформаға индерҙеләр", -- тип йәш эшмәкәр һөйләүен дауам итте.
Был маска Мишаға 2 меңләп подписчик алып килә. Унан ул бер-бер артлы бер нисә маска уйлап сығара. Барыһы бергә 4,5 млн подписчик алып килә. Нисекме? Бик ябай. масканың һул яғында өҫтә генә авторҙың һылтанмаһы күренеп тора. Был реклама биреүселәр өсөн һәйбәт платформа булып тора.
"Социаль селтәр үҙе маска өсөн аҡса түләмәй. Күп һанлы подписчиктар реклама биреүселәрҙе ылыҡтыра. Шулай, мин был йәйҙә бер индонезия компанияһы 5 мең долларлыҡ контракт төҙөнө. Йәнә клиенттарым өсөн махсус маскалар эшләнем. Һөҙөмтәлә бер йәйҙә 500 мең һум аҡса эшләнем", — ти ул.
Мишаның был эшмәкәрлеген ата-әсәһе ҡеүәтләй. Хатта ғәжәпләнмәйҙәр ҙә улар. "Миша бала саҡтан компьютерҙан айырылманы", -- тиҙәр улар. Миша үҙенең бизнесын юғары технологиялы бизнес, ти. Әле ул ҙур ғына ҡытай компанияһы менән 25 мең долларлыҡ контрактҡа һөйләшеүҙәр алып бара.
"Программалау — ул киләсәк. Донъя тап шуға табан бара. Иманым камил, киләсәктә ошолай барһа, кассир, водитель, келәт мөдире кеүек һөнәр эйәләре тарихта тороп ҡаласаҡ. Был эштәрҙе яһалма интеллект башҡарасаҡ", -- ти Двощанский.
"О МСП милли проекты тураһында яңыраҡ ҡына белдем. Беҙҙең кеүек бәләкәй юғары технологиялы компанияларҙы дәртләндереү -- бик кәрәкле", — тип уйлай ул.
Алена Аракчееваға ни бары 16 йәш. Ул IV разрядлы йәш кондитер. Оҫта бешеренеүҙән тыш ул Mail.ru мәғлүмәттәре буйынса 2018 йылдың иң яҡшы YouTube-блогеры. Әммә ул кондитер булып бәхетле булған өсөн түгел, киреһенсә, спортҡа кире ҡайтыу өсөн юлдар ябылғандан килә. Алена юғары тенниста ҡатнашып, күп һанлы йәрәхәттәр ала. Ғазапланып ултырмаҫ өсөн өйөндә генә икенсе яратҡан шөғөлө -- тәмлекәстәр бешерергә тотона. Махсус курс үтеп, имтихандарҙы уңышлы тамамлай.
Тәүге заказды таныштарынан ала. 2018 йыл була. Ике бисквит торт һәм йөҙләгән пирожный. Эш өсөн ҡыҙға 12 мең һум аҡса бирәләр. Шуның 7 меңе алынған продуктыға китә. Ҡыҙ был аҡсаны тотонорға ашыҡмай. Яңы заказдар өсөн ҡуллана.
"Тәге заказ бироеүселәрҙе таныштар аша, унан Instagram селтәрендә таргет реклама ярҙамында йыйып алдым. Билдәле инстаграм-блогерҙар менән бартер ҙа төҙөргә тура килде".
Әле йәш эшҡыуарҙың Instagram селтәрендә 62 мең подписчигы бар. Был үҙе үк реклама биреүселәр иғтибарын йәлеп итә торған һан. Хәҙер Алена көнкүреш техникаһы сығарыусылар, электроника, шулай уҡ агрохолдинг һәм десерт өсөн ингредиент етештереүселәр менән килешеү төҙөгән. Иң ҙур контракт ҡыҙға 300 мең һум аҡса алып килә. 2018 йылдың йәйенән алып ул 2 млн һум аҡса эшләп өлгөрә.
Алина баштан уҡ шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлергә теләй. Әммә 18 йәше тулмау сәбәпле ҡаршылыҡтарға юлыға. Шуға ла ҡыҙ мәшғүл булараҡ теркәлә. Закон буйынса мшғүл булараҡ теркәлер өсөн граждан йылына 2,4 млн һум табыш алырға тейеш. Был осраҡта ул 4% һалым түләй, ә компаниялар -- 6%.