Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Декабрь 2019, 19:35

Йөрәк өсөн дарыуҙарҙы бушлай бирелә башлаясаҡ

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты ярҙамына ярашлы, амбулаторияларҙа дауалауҙа булғандар табип тәғәйенләгән йөрәк өсөн дарыуҙарҙы бушлай ала башлаясаҡ. Дарыуҙар менән бушлай тәьмин итеү үрҙә телгә алынған сир асыҡланғандан һуң ике йыл буйы барасаҡ. Яңы йылдан һуң беҙҙе бына шундай матур яңылыҡ көтә.#национальныепроекты;#нацпроекты

Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты ярҙамына ярашлы, амбулаторияларҙа дауалауҙа булғандар табип тәғәйенләгән йөрәк өсөн дарыуҙарҙы бушлай ала башлаясаҡ. Дарыуҙар менән бушлай тәьмин итеү үрҙә телгә алынған сир асыҡланғандан һуң ике йыл буйы барасаҡ. Яңы йылдан һуң беҙҙе бына шундай матур яңылыҡ көтә.

Белгестәр әйтеүенсә, инсульт йыш ҡына төндә йәки таңға ҡарай теркәлә. Кешенең һул ҡулы һәм һул аяғы хәлһеҙләнә, телмәре насарлана, йотоуы ауырлаша. Был осраҡта “Ашығыс ярҙам” машинаһын саҡырырға кәрәк. Был сир башланғандан алып, дүрт, биш сәғәт эсендә тәүге ярҙам күрһәтеп өлгөрөү мотлаҡ. Был кеше ғүмере өсөн иң мөһим, иң ҡиммәтле ваҡыттар.

Читайте нас: