Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Декабрь 2019, 17:10

“Ирәндек”тә ҙур үҙгәреш

Баймаҡ ҡалаһының “Ирәндек” кинотеатрында башланған ҙур ремонт эштәре тамамланыуға табан бара. Әле һуңғы төҙөкләндереү саралары күрелә. Барлыҡ эштәр федераль программаға ярашлы яулап алынған грант ярҙамында башҡарыла. Яңы һулыш алған кинотеатр ҡасан асылыр һәм ул беренсе булып ниндәй нәфис фильм күрһәтер? Тулыраҡ беҙҙең сайтта.#региональныепроекты;#регпроекты

Баймаҡ ҡалаһының “Ирәндек” кинотеатрында башланған ҙур ремонт эштәре тамамланыуға табан бара. Әле һуңғы төҙөкләндереү саралары күрелә. Барлыҡ эштәр федераль программаға ярашлы яулап алынған грант ярҙамында башҡарыла.

Бөгөн тамашалар залы тулыһынса яңыртылған. 100 йомшаҡ кресло урынлаштырылған. Коляскала ултырыусы инвалидтар өсөн дә айырым урын булдырылған. Әйткәндәй, креслолар күтәрмәләргә ултыртылған. Тимәк, артҡы рәттәрҙә ултырыусылар ҙа зәңгәр экранда барған тамашаны иркен ҡарай аласаҡ. Иҙәндәргә, шул уҡ ваҡытта сәхнәгә лә ковролин түшәлгән. Ә иң мөһиме - кино күрһәтеү аппараты тулыһынса яңыртыласаҡ. Тамашалар залын уратып, 12 тауыш көсәйткес урынлаштырыласаҡ. Тейешле ҡорамалдар килтерелгән.

Яңы һулыш алған кинотеатр декабрь аҙаҡтарында тантаналы шарттарҙа асыласаҡ. Баймаҡтар өсөн был ҙур Яңы йыл бүләге буласаҡ. Яңыртылған “Ирәндек” үҙ эшен “Һеңлекәш” нәфис фильмынан башлаясаҡ.

Читайте нас: