Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Декабрь 2019, 11:45

Башҡортостанда дауаханаларға ун яңы реаномобиль тапшырылды

Башҡортостандың ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәттәре үҙҙәренең автопаркын тулыландырҙы.

Республика балалар клиник дауаханаһы, Дыуан, Бәләбәй, Белорет райондары үҙәк дауаханалары, Нефтекама, Сибай, Күмертау, Октябрьский ҡала дауаханалары ун Ford Transit маркалы ашығыс медицина ярҙамы машинаһы (реанимобиль) асҡыстарын алды. Стәрлетамаҡтың санитар автотранспортына ике реаномобиль тапшырылды, тип хәбәр итә республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Реанимобилдәр заманса медицина ҡорамалы менән йыһазландырылған һәм табиптар йәки реанимация бригадаһы көсө менән ашығыс медицина ярҙамының дауалау сараларын үткәреү, госпиталгә тиклемге этапта пациенттарҙың хәлен күҙәтеү һәм уларҙы ташыу өсөн тәғәйенләнгән.
http://www.bashinform.ru/bash/1390447/
Читайте нас: