Ауыл ағинәйҙәренең йырлы-моңло сәләменән һәм имам-хатип Самат хәҙрәт Йәноҙаҡовтың байрамға фатихаһынан һуң, ҡотлау өсөн һүҙ Фәнис Ғәбдрәшит улына бирелде. “Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ярҙамы һәм хәстәрлеге менән республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҙур иғтибар бүленә, - тип билдәләне район етәксеһе, - бөгөн Семеновскиҙа асыласаҡ яңы ФАП тап шуның асыҡ миҫалы. Әйткәндәй, яҡын арала яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары тағы ла Ишбирҙе, Ярат һәм Түбәнге Иҙрис ауылдарында үҙ ишектәрен асасаҡ. Шул уҡ ваҡытта Баймаҡ ҡалаһында яңы балалар поликлиникаһы төҙөләсәк.
Шуныһы һөйөнөслө, ҡасандыр һүнеп ҡалғандай тойолған Семеновск ауылында һуңғы йылдарҙа ҙур эштәр бойомға ашырыла. Бында “Семеновск руднигы” ЯСЙ-һының өлөшө ҙур. Ул ауыл инфраструктураһын үҫтереүгә тос өлөш индерә”.
Сибай һәм Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханалары етәкселәре лә үҙҙәренең тәбрикләү сәләмен еткерҙе.
Семеновск ауыл биләмәһе башлығы Рәсүл Сәлимов үҙенең сығышында ошондай заманса объект төҙөүгә ҙур ярҙам иткән һәм хәстәрлек күрһәткән республика, район етәкселегенә ҙур рәхмәт белдерҙе.
Әйтергә кәрәк, модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған, унда пациентты ҡабул итеү, процедура, балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән бүлмәләр эшләй. Электр кардиографы, дефебриллятор, дарыу препараттарын һаҡлау өсөн һыуытҡыс бар. Бина йылы, ул электр менән йылытыла, һыу менән тәьмин ителгән. Ике фельдшер эшләй – Миләүшә Күсимова һәм Мария Ғәлфәүрова ауыл халҡының һаулығы һағында торасаҡ. Әйткәндәй, Миләүшә Миндәхмәт ҡыҙы бында ун дүрт йыл намыҫлы хеҙмәт итә. Улар иңенә 276 кешене ҡарау һәм дауалау йөкмәтелгән.
Төбәктә иң тәүгеләрҙән булып файҙаланыуға тапшырылған заманса модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә үҙенең тос өлөшөн индерер, тип ышанайыҡ.
Азамат Мөхәмәтшин.