Һаҡмар
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Декабрь 2019, 13:20

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы 31 декабрҙе ял көнө итеү башланғысын хупламай

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышында Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәренең 31 декабрҙе ял көнө итеү башланғысын хупламайҙар.

Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев парламенттың рәсми позицияһын әйтте. Республикала байрам көндәре исемлеген киңәйтеү төбәк иҡтисадында кире сағылыш табыуы ихтимал, тип иҫәпләй ул.

«Башҡортостанда федераль кимәлдә нығытылғандарҙан тыш, өҫтәмә өс ял көнө билдәләнә: Республика көнө, Ураҙа байрамы һәм Ҡорбан ғәйете. Ял көндәренең береһен 31 декабргә күсереүгә килгәндә, был идеяның йәшәүгә хоҡуғы бар, ләкин ул башҡарма власть органдары ҡарамағында», — тине Константин Толкачев.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә ял көндәренең береһен 31 декабргә күсереү йәки был көнгә ял көнө статусын биреү мәсьәләһе тикшерелә. Ҡырымда, Томск, Киров, Псков өлкәләрендә, Ставрополь крайында ял көндәренең береһен ошо датаға күсерергә ҡарар ителде.
http://www.bashinform.ru/bash/1389376/
Читайте нас: