Һаҡмар
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Декабрь 2019, 11:15

Путин "Рәсәй ирекмәне" конкурсы буйынса грантты 2 тапҡырға арттырырға һүҙ бирҙе

2019 йылда ул 45 млн һум ине

"Рәсәй ирекмәне" конкурсы буйынса гранттың күләме ике тапҡырға арттырыла. Был турала РФ Президенты Владимир Путин Ирекмәндәрҙең халыҡ-ара форумында хәбәр итте.
"Әлбиттә ирекмәндәр ихлас күңелдән эшләйҙәр, әммә байрам көнөдә бүләк бирә торған йола бар. Шуға ла һеҙгә "Рәсәй ирекмәне" конкурсы буйынса гранттың күләме ике тапҡырға арттырыласағы тураһында хәбәр итергә ашығам", -- тине ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылда был гранттың күләме 45 млн һум ине. Был һан уҙған йылдарҙан өс тапҡырға күберәк.
Путин: "2014 йылда Сочиҙа үткән ҡышҡы олимпиада ирекмәнлекте үҫтереүгә оло бер этәргес көс бирҙе. Ә хәҙер илдәге волонтерҙар һаны 15 млн-н ашыу -- был үҙе үк бөйөк армиия", -- тине.
Читайте нас: