Һаҡмар
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Декабрь 2019, 16:40

Кәзә баҡырҙы

Мунса көнө менән дуҫтар!Һеҙ мунсала кәзә тауышы ишеткәнегеҙ бармы? Төндә барһаң, ишетелеп тә ҡуя ул... (был турала сайттан уҡығыҙ)

Өләсәйем йыш ҡына: “Ҡыҙҙарға төнөн мунсаға яңғыҙы йөрөргә ярамай”, – тип әйтә торғайны. Уның һүҙҙәренә иғтибар ҙа бирмәй инек. Апайым менән һәр саҡ барыһы ла мунса төшөп бөткәнен көтөп, аҙаҡтан йөрөнөк. Йәнәһе, аулаҡ, бер кем ҡабаландырмай. Ҡышҡы ял төнө. Оҙаҡ ҡына кино ҡарап ултырҙыҡ та, апайым менән мунсаға киттек. Барып ингәс тә ниндәйҙер шом тойолдо. Тик апайым көлөр тип һиҙҙермәнем. Һуңынан уның да күңеле шомланғанын белдем. Алғы яҡта сисенә башлау менән, йыуыныу бүлмәһендә ниҙер шатырлап төшөп китте. Тасты эләүкә ситенә ҡуйғандарҙыр тип уйланыҡ. Тик тастар барыһы ла үҙ урынында ине. Апайым да, мин дә бер һүҙ өндәшмәнек. Ҡурҡып йыуына башланыҡ. Башҡа ваҡытта шар ҙа шор килә торғайныҡ. Был юлы өндәшмәйбеҙ. Башыбыҙҙы йыуа башлауыбыҙ булды, мунсаның мөйөштәренән ниндәйҙер аңлайышһыҙ тауыштар ишетелә башланы. Улар көсәйгәндән-көсәйә барҙы һәм ҡапыл кәзә баҡырып ебәрмәһенме! Өҫтөбөҙгә һыу ауҙарҙыҡ та, сығып йүгерҙек.
Икебеҙ ҙә бер юлы һаташа алмайбыҙ бит. Өҫтәүенә күршелә түгел, тотош урамыбыҙҙа бер кем кәзә көтмәй.
Сәлиә.
Читайте нас: