Һаҡмар
+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Декабрь 2019, 11:20

Башҡортостанда тәүге пиксель шыршы ҡуйылды

Башҡортостанда тәүге пиксель шыршы ҡуйылды. Ул Күмертау ҡалаһының Ленин майҙанында тора.

Урындағы халыҡ социаль селтәрҙә шыршының фотолары менән бүлешә. «Бәлки, фотола уның матурлығы бик күренмәйҙер, үҙем барып ҡараманым. Ләкин былтырғыһы миңә нығыраҡ оҡшай ине», «Быйыл шыршы һоҡланғыс, кәйефте күтәрә!», «Шыршылағы һыҙаттар ниңә кәрәк? Кешеләрҙең зауығы юҡ икәнен күренеп тора», «Шәп!», – тип яҙа Күмертауҙа йәшәүселәр.
Бынан алда «Башинформ» Башҡортостанда Яңы 2020 йылға пиксель шыршылар ҡуйыласағы тураһында хәбәр иткәйне. Иң бейек пиксель шыршы (32 метр) – Өфөнөң «Торатау» конгресс-холы янында. Ошондай урман ҡупшыҡайҙары Стәрлетамаҡта (24 метр), Октябрьскийҙа (18 метр), Сибайҙа (14 метр), Салауатта (18 метр), Ағиҙелдә (14 метр), Ишембайҙа (18 метр), Күмертауҙа (18 метр) һәм Нефтекамала (18 метр) ла була.
Башҡортостан ҡалаларын юл өҫтөндәге иллюминациялар менән дә биҙәйҙәр. Муниципалитеттарҙа 600-ҙән ашыу балҡып торған арт-объект барлыҡҡа килә.
Читайте нас: