Һаҡмар
+11 °С
Ясно
Антитеррор
Новости
1 Декабря 2019, 05:00
Мединский: халыҡ мәҙәниәтенә арналған йыл Рәсәйҙең милли мәҙәниәтен үҫтереүгә этәргес көс бирәсәк
Министр әйтеүенсә, "Мәҙәниәт" милли проектының нигеҙендә йолалар, рухи һәм милли ҡиммәттәр ятырға тейеш
Добавить в предпочтительные источники Google
2022 йыл -- халыҡ мәҙәниәте һәм уның матди булмаған ҡиммәттәре йылы, тип билдәләнәсәк. Ә был, үҙ сиратында, бер илдә йәшәүсе төрлө милләт кешеләренең мәҙәниәтен, рухи ҡиммәттәрен үҫтереүгә этәргес буласаҡ. Был турала үҙ фекерен РФ мәҙәниәт министры Владимир Мединский РФ президенты янындағы Совет ултырышында белдерҙе.
"Мин Халыҡ мәҙәниәте йылы бар илдәге мәҙәниәтте үҫтереүгә этәргес биреренә иманым камил", -- тине һәм был йылдың "Мәҙәниәт" милли проектының нигеҙен тәшкил итергә тейешлеген белдерҙе.
Мәҙәниәт министры шулай уҡ, "мәҙәниәт элитаһы вәкилдәре" халыҡ мәҙәниәте тураһында юғары фекерҙә түгел, тип тә билдәләне. "Әммә төпкөлдәрҙә йәшәүсе халыҡ өсөн фольклор -- төрлө быуын кешеләрен берләштергән ғүмерлек ҡиммәт булып тора", -- тип өҫтәне министр.
Быға тиклем ошондай ултырыштарҙың береһендә Рәсәй президенты Владимир Путин РФ-ла Халыҡ мәҙәниәте һәм матди булмаған ҡиммәттәр йылын билдәләү тураһындағы тәҡдим менән ризалашҡайны. Уның һүҙҙәренсә, йылдың программаһын төҙөгән саҡта һәр төбәктең үҙенсәлектәрен күҙ уңында тотоп тулыландырыу мөһим.
"Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә 2024 йылға тиклем ауыл ерлегендәге 526 мәҙәни усаҡты реконструкциялау һәп капиталь ремонт үткәреү күҙаллана.
Читайте нас
MAX
telegram
вк
дзен
ок
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"