Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ноябрь 2019, 17:20

Йылайыр ауыл биләмәһенә – яңы техника!

-Беҙ бындай техника тураһында күптән хыяллана инек, -ти Фәйзи Салауат улы. - Ул беҙгә күп проблемаларҙы хәл итергә мөмкинлек бирәсәк. Ҙур рәхмәт барыһына ла!

Һуңғы осорҙа Фәйзи Рәхмәтуллин етәкләгән Йылайыр ауыл биләмәһендә ҙур үҙгәрештәр күҙәтелә. Быйыл тәғәйенләнгән етәксе ауылдарҙың социаль инфраструктураһын үҫтереү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһының эшен яйға һалыу, янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләләрен ыңғай хәл итеү, матди-техник базаны яңыртыу буйынса ғәйәт ҙур эш алып бара, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Район хакимиәте ярҙамы менән Йылайыр ауыл биләмәһе ауылдарында урамдарҙы яҡтыртыу, балалар уйын майҙансыҡтары асыу, төҙөкләндереү буйынса хәтһеҙ эш башҡарылды, Урғаҙала янғын депоһы төҙөлдө һәм уға махсус автомашина алынды.

Кисә бында тағы бер һөйөнөслө ваҡиға булды: ауыл биләмәһенә ассенизатор машинаһы һәм экскаватор бүләк итеү тантанаһы үтте. Был уңышҡа Башҡортостан Республикаһы һәм Ырымбур өлкәһе араһындағы партнерлыҡ мөнәсәбәттәре арҡаһында мөмкин булды.Техниканы Гай тау-байыҡтырыу комбинаты бүлгән.

Тантанала Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, комбинаттың директор урынбаҫары Александр Чебан һәм социаль үҫеш бюроһы начальнигы Ирина Минаева сығыш яһаны. Фәнис Ғәбдрәшит улы үҙенең телмәрендә, Урғаҙа ауылын эсәр һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә хәл ителәсәк, тип ҡыуандырҙы. Әле уның проект-смета документтары әҙерләнә.

-Беҙ бындай техника тураһында күптән хыяллана инек, -ти Фәйзи Салауат улы. - Ул беҙгә күп проблемаларҙы хәл итергә мөмкинлек бирәсәк. Ҙур рәхмәт барыһына ла!

Азамат Мөхәмәтшин.

Читайте нас: