Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ноябрь 2019, 23:40

"Театраль Волга буйы” фестиваленең мәктәп һәм студент тамашаларын 100 меңдән ашыу кеше ҡараны

Рәсәйҙә Театр йылының иң сағыу йәштәр проекты – “Театраль Волга буйы” фестиваленең мәктәп һәм студент тамашаларын 100 меңдән ашыу кеше ҡараны.

Спектаклдәрҙә Волга буйы федераль округы төбәктәренән ете меңдән ашыу йәш актер, уҡыусы һәм студент ҡатнашты. Йәш актерҙар мөхәббәт, тоғролоҡ, тормош мәғәнәһе, бурыс тойғоһо кеүек мәңгелек темаларҙы яҡлап сыҡты. Төбәк һәм округ барышында фестиваль оло бер социаль проектҡа әүерелде. Был спектаклдәрҙе йәштәр балалар һәм ҡарттар йорттарында күрһәттеләр. Спектакль мотивтары буйынса квестар, перфоманс һәм "баттл"дар, оҫталыҡ дәрестәре, флешмобтар, театр марафондары, эстафеталар, төрлө осрашыуҙар, түңәрәк өҫтәлдәр үткәрҙеләр.

Ижади йәштәр өсөн күләмле ваҡиғаны ойоштороу идеяһы – Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтың шәхси башланғысы.

Йәш актерҙарға округтағы бөтә төбәк башлыҡтары булышлыҡ итте. Улар спектаклдәрҙе ҡараны, тамашаларҙан һуң йәштәр менән осрашты, социаль селтәрҙә улар өсөн “көйөргә” саҡырҙы. Фестивалдең YouTube каналындағы видео-контентын ҡарағандарҙың дөйөм һаны 35 меңгә етте.

Мәғлүм булыуынса, 30 ноябрҙә тауыш биреүгә йомғаҡ яһала һәм “Иң яҡшы мәктәп театры” “Иң яҡшы студент театры”, “Иң яҡшы режиссер”, “Иң яҡшы актер”, “Иң яҡшы актриса” тигән номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнә.

Волга буйы федераль округында йәшәгән һәр кеше 8 (800) 350-35-43 телефоны аша бушлай шылтыратып, иң яҡшы театр тамашаһы өсөн тауыш бирә ала. Тауыш биреү 29 ноябрҙә Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана һәм 30 ноябрҙә шулай уҡ Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө 1-ҙә тамамлана.

Республикабыҙҙан фестивалдә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Ҡорос” һәм Межгорье ҡалаһынан “Пауза” театрҙары ҡатнашты. Үҙебеҙҙекеләр өсөн тауыш бирәйек! Алға, Башҡортостан!

"Башинформ"дан алынды.

Читайте нас: