Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ноябрь 2019, 17:05

БСТ һанлы форматта ОТР телеканалында күрһәтә башлаясаҡ

БСТ-ның иң яҡшы телетапшырыуҙарын федераль мультиплекстың 9-сы төймәһендә, йәғни ОТР телеканалында ҡарарға мөмкин буласаҡ. Ул һанлы форматта 29 ноябрҙән көнөнә ике тапҡыр – иртәнге 6-нан 9-ға тиклем, киске 5-тән 7-гә тиклем рус телендә ҡарап буласаҡ.Тамашасылар республика яңылыҡтары менән бер рәттән «Тамыр» телетапшырыуҙарын да ҡарап һөйөнә алыу мөмкинлегенә эйә.

БСТ-ның иң яҡшы телетапшырыуҙарын федераль мультиплекстың 9-сы төймәһендә, йәғни ОТР телеканалында ҡарарға мөмкин буласаҡ. Ул һанлы форматта 29 ноябрҙән көнөнә ике тапҡыр – иртәнге 6-нан 9-ға тиклем, киске 5-тән 7-гә тиклем рус телендә ҡарап буласаҡ.

Тамашасылар республика яңылыҡтары менән бер рәттән «Тамыр» телетапшырыуҙарын да ҡарап һөйөнә алыу мөмкинлегенә эйә.

Шулай уҡ «Орнамент», «Республика Лайф», «Дорога к храму», «Аль-Фатиха», «По сути дела», «Наука 102», «Между прочим», «Красная кнопка», «Вечерний телецентр», «Гора новостей», «Преград нет», «Выше всех», «Зеркальце», «Тайм-аут», «Реальный футбол», «Историческая среда» кеүек һ.б апшырыуҙарҙы ла ҡарарға була.
Мәғлүмәт өсөн:
ОТР – Рәсәй Федерацияһының ижтимағи йүнәлештәге телеканалы. Мәскәүҙәге «Останкино» телеүҙәгенән тәүлек әйләнәһенә күрһәтә. 2013 йылдың 19 майында рәсми рәүештә күрһәтә башланы.

Читайте нас: