Һаҡмар
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ноябрь 2019, 12:50

Мәшғүллек өсөн – һалым

2020 йылдың тәүге кварталында мәшғүл граждандар Пенсия фондына «Мой налог» ҡушымтаһы аша үҙ аллы взнос индереп, пенсия стажын булдыра ала. Был турала Федераль һалым хеҙмәте башлығы Михаил Мишустин «Коммерсант» гәзитенә биргән интервьюһында хәбәр итте.

«Хәҙер мәшғүл граждандар «Мой налог» ҡушымтаһы аша үҙ аллы пенсия стажын булдыра ала. Әле мәшғүл граждандар РПФ-на ьер ниндәй ҙә түләү индермәй. 2020 йылдың тәүге кварталында был эш яйға һалыныр, тип ышанабыҙ», – тине ул.
Ул шулай уҡ өҫтәп: «Был тиҙ генә эшләнә торған эш. Смартфон һәм паспортың булыуы ла етә. Бер ҡайҙа ла барып йөрөү кәрәкмәй, 2-3 минутта чекты һаҡлап та ҡуяһың».
Әле мәшғүл граждандар өсөн һалым (һөнәри табышҡа) Мәскәүҙә, Подмосковьяла, Калуж өлкәһендә һәм Татарстанда индерелгән. Күрһәтелгән хеҙмәт өсөн табыштың айырым кешеләрҙән – 4%, ойошмаларҙан 6%-ын бюджетҡа күсерәләр. 2020 йылдың 1 ғинуарынан бындай һалымды донор-төбәктәр (дәүләт бюджетынан дотация алмаған), миллионлы ҡалалары булған субъекттарға ла индерелә. Был исемлектә Санкт-Петербург, Воронеж, Волгоград, Ленинград, Нижегород, Новосибирск, Омск, Ростов, Һамар, Сахалинск, Свердловск, Төмән һәм Силәбе өлкәләре, Красноярск һәм Пермс крайҙары, Башҡортостан республикаһы, Ненецк, Ямало-Ненецк һәм Ханты-Мансы автоном округтары бар.
Федераль һалым хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2019 йылдың 31 октябренә 260 меңләп рәсәйле мәшғүл граждан булараҡ теркәлгән (шул иҫәптән Мәскәүҙә – 151,7 мең, Мәскәү өлкәһендә – 55,7 мең, Калужск өлкәһендә – 5,9 мең, Татарстанда – 46,6 мең).
Читайте нас: