Йәштәр комитеты ойошторған “Етәксе менән саф һауалайөрөү” акцияһы дауам итә. Был юлы халыҡ менән берлектә саф һауала йөрөп килеү өсөн район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты Баймаҡ ҡала дауаханаһының баш табибы Әлиә Әҙиәтованы саҡырҙы. Әлиә Ғиззәт ҡыҙы менән йәйәүлеләрҙең һорауҙарына тулы кимәлдә яуап бирер өсөн ойоштороу-методик бүлеге мөдире Илдар Бәхтиәров, поликлиника мөдире Айрат Ишбирҙин, педиатр ярҙамы буйынса баш табип урынбаҫары Гүзәл Хәсәнова, район фельдшеры Зилә Уразбаева, поликлиника буйынса өлкән шәфҡәт туташы Гөлсинә Мөхәмәтова, стоматология буйынса өлкән шәфҡәт туташы Людмила Галеева килде.
Сара башында йәйәүлеләрҙе йәштәр эштәре буйынса комитет етәксеһе Заһит Ғүмәров сәләмләп үтте. Һәм баш табип Әлиә Әҙиәтова менән бергә саф һауалағы йөрөп килергә саҡырҙы.
Әлиә Ғиззәт ҡыҙы менән бындай осрашыуға үҙҙәренең һаулығына ҡарата булған һорауҙарын бирер өсөн кешеләр килер әле, тип уйлап ҡуйылғайны. Әммә йәштәрҙе күберәк поликлиника системаһы, ундағы сираттар, кадрҙар мәсьәләһе ҡыҙыҡһындыра ине.
Һау-сәләмәт тормош алып барыу... Ул иң тәү сиратта йәйәү йөрөү. “Һәр кеше көнөнә кәм тигәндә 10 мең аҙым атлап үтергә тейеш. Мин эшкә яҡын йәшәйем. Шуға ла машина менән түгел, йәйәүләп йөрөргә яратам. Был, иң тәү сиратта, һаулыҡ өсөн файҙалы”, -- тип ул һүҙен башланы.
Баш табип шулай уҡ профилактика тураһында ла һөйләп үтте. “Кеше һаулығына иғтибарлы булырға тейеш. Ярай, үтер әле, тип йөрөү яҙыҡ эш. Диспансеризация, медицина тикшеренеүе профилактиканың бер сараһы булып тора”, -- тине баш табип.
“Бала саҡта кемдер уҡытыусы булып уйнаһа, мин һәр саҡ үҙемде табип итеп күрер инем”, -- тип сираттағы һорауға яуап бирҙе Әлиә Ғиззәт ҡыҙы.
Шулай уҡ йәйәүлеләр башҡа белгестәргә лә мөрәжәғәт итте. Кемделер буфетта һатылған пластик стакандар борсоһа, бәғзеләр табипҡа эләгеү, һаулығын нығытыу буйынса һорауҙарын биреп ҡалырға ашыҡты.
Сара һуңында барыһы бергә иҫтәлеккә фото төштө. Тап ошондай саф һауала йөрөү кеүек, һаулыҡҡа файҙалы саралар күберәк, булһын ине, тигән теләктә таралыштылар.