Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ноябрь 2019, 13:55

Өфөлә Салауат Юлаев проспектын Бөрө трактына тиклем төҙөүҙе дауам итәләр

Киләһе йылда Салауат Юлаев проспектының тамамланмаған участкаларын проектлау башлана, тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә Халыҡ-ара транспорт форумында.

«Салауат Юлаев проспекты артабан үҫтереүҙе талап итә. Ул Сипайлово биҫтәһенә барып еткән һәм туҡтап ҡалған. Бөгөн беҙ федераль финанслау шарттарында Росавтодор менән берлектә эш башлау тураһында һөйләшеп килештек. Киләһе йылда тамамланмаған участкаларҙы проектлай башларбыҙ тип уйлайым, был Салауат Юлаев проспектын Бөрө трактына тиклем сығарырға мөмкинлек бирә», — тине республика етәксеһе.

2025 йылға тиклем Өфө үҫешенең генераль планына ярашлы, проспектты Черниковка аша Бөрө трактына тиклем дауам итеү күҙ уңында тотолған. Башҡа проекттарҙы(Яңы Затон күпере, Өфө аръяғында трамплин аҫтындағы тоннель) бойомға ашырыуға бәйле 2008 йылдан һуң проспектты үҫтереү туҡтатылған

Читайте нас: