Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2019, 18:40

Өләсәйҙәр менән бергә

Йәрмөхәмәт ауылында мәктәпкәсә йәштәгеләр өсөн әҙерлек төркөмө асылғанға биш йыллап ваҡыт үтеп тә китте. Унда төрлө йәштәге балалар бергә-бергә уйнай, йырлай, бейей, мәктәпкә әҙерләнә. Район буйынса балалар баҡсалары араһында уҙғарылған һәр төрлө ярыштарҙа һәм сараларҙа әүҙем ҡатнаша.

Баҡсабыҙҙа өләсәй тәрбиәһе, халыҡ педагогикаһы киң ҡулланыла. Элегерәк өләсәй тәрбиәһе, тиһәләр, күҙ алдына башына ялтыр яулыҡ ябынған, камзул кейгән ауыл әбейе килеп баҫа торғайны. Хәҙер инде йәш кенә өләсәйҙәрҙең ейән-ейәнсәрҙәре өсөн өҙөлөп тороуын күреп, күңел шатланып туя алмай. Өләсәй тәрбиәһе... Тап ошондай аҡыл эйәләренең ярҙамын тойоп, уларҙың алтынға бәрәбәр кәңәштәренә таянып эшләү – үҙе үк бәхет. Саф, керһеҙ бала күңеленә ошо бөйөк аҡылды һеңдерергә тырышабыҙ.

Бына, мәҫәлән, М.Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейына арналған сарала төрлө быуын вәкилдәре ҡатнашты. Башта бәләкәстәргә әҙиптең фотоһын күрһәттек. Улар “Был олатай кем?” тигән һорауға яуап бирергә тейеш ине. Һуңынан беҙ уларға бөйөк шәхес тураһында мәғлүмәт еткерҙек. Алдан ятлап килгән шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙеләр. Хатта уның үлемһеҙ әҫәрҙәренән өҙөк тә сәхнәләштерҙеләр. Был өҙөктәрҙе сәхнәләштереүҙә бәләкәстәргә әсәйҙәр менән өләсәйҙәр ҙә ярҙам итте.

Беҙҙең өсөн ошолай өләсәйҙәрҙең баҡса эшендә әүҙем ҡатнашыуы үҙе үк бәхет. Ололар һүҙе – аҡылдың үҙе, тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгәндер.

Айгөл Ишҡыуатова, Йәрмөхәмәт мәктәпкәсә төркөм тәрбиәсеһе.

Читайте нас: