Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ноябрь 2019, 11:50

Быйыл Владимир Путин оло матбуғат конференцияһын декабрҙең икенсе яртыһында үткәрә

Дмитрий Песков хәбәр итеүенсә аккредитация тиҙҙән иғлан итте

Рәсәй президенты Владимир Путиндың йола әйләнгән оло матбуғат конференцияһы декабрҙең икенсе яртыһында уҙғарыласаҡ. Был турала журналистарға дәүләт башлығының матбуғат сәркәтибе Дмитрий Песков хәбәр итте.
«Ул көнөн билдәләмәне, әммә декабрҙең икенсе яртыһында буласағын белдерҙе. Тиҙҙән матбуғат конференцияһында аккредитацияһы иғлан ителәсәк», – тип песков өҫтәп әйтте.
Владимир Путин журналистар менән оло матбуғат конференцияһы форматында 2001 йылдан бирле осраша. Тик бына 2008 йылдың майынан 2012 йылдың майына тиклем тәнәфес булып алды. Путин бындай тәжрибәне 2012 йылда президент булып һайланғандан һуң ҡабаттан яңыртты. Был конференция уның өсөн һан буйынса ун бишенсе буласаҡ.
Дмитрий Песков өҫтәп, президенттың мөрәжәғәтнамәһе Федераль йыйылышҡа 2020 йылда еткереләсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: дәүләт башлығы Федераль йыйылышҡа һәр йыл һайын мөрәжәғәт итә, уның һуңғыһы 2019 йылдың февралендә булды.
Читайте нас: