Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ноябрь 2019, 12:55

Башҡортостанда киҙеү тарала

Роспотребнадзор тап ошондай фараз яһаны. Әле республикала 16376 сирле теркәлгән.

Уҙған йылдан был күрһәткестең түбәнерәк булыуы әле тынысланырға ирек бирмәй. Ул арта бара, тип Роспотребнадзор уҙғарған матбуғат конференцияһында хәбәр иткән.
Белгестәр был осраҡта вакцина эшләтергә кәрәклеге тураһында бәйән итте.
Быйыл республика халҡының 45 процентына прививка яһау күҙаллана. Улар араһында 418 мең бала, 2 мең йөклө ҡатын һәм 1,3 миллион оло йәштәгеләр бар.
Роспотребнадзорҙың эпидемиологик күҙәтеү бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Шаһиева һүҙҙәренсә, сирҙең көсәйеүен йылдың тәүге декадаһында, ғинуарҙан мартҡа тиклем көтөргә кәрәк.
«Балалар инфекция йоҡтора һәм уны өйөнә алып ҡайта, ата-әсәһен зарарлай һәм шулай дауам итә», – тине ул.
Роспотребнадзорҙа ауырыуҙың тәүге билдәләре беленеү менән медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итергә кәңәш бирҙеләр, сөнки киҙеү өҙлөгөүгә, атап әйткәндә, пневмонияға килтереүе мөмкин. Уҙған йылда йөклө ҡатын өҙлөгөп вафат булған. Ул сирләй башлағандың унынсы көнөнә генә табиптарға мөрәжәғәт иткән, шуға уны ҡотҡарып булмаған.
Белгестәр әйтеүенсә, прививканан тыш, сынығырға һәм күберәк хәрәкәт итергә кәрәк, сөнки «әүҙем тормош алып барған кешеләр ауырыуҙы еңелерәк үткәрә».
http://www.bashinform.ru/bash/1378757/
Читайте нас: