Һаҡмар
-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ноябрь 2019, 12:35

Балалар һәм һан: Санкт-Петербургта үткән мәҙәниәт форумында эксперттар тап ошо һорауға туҡталдылар

Һанлаштырыу, белем биреү һәм мәҙәниәт өлкәһендә белемле кадрҙар мәсьәләһе ҡаралды

14-17 ноябрҙә Санкт-Петербургта VII Халыҡ-ара мәҙәниәт форумы уҙа. Унда «Дөйөм коммуникациялар» секцияһын ТАСС генераль директоры Сергей Михайлов етәкләй.
Форумға барлығы 35 меңләп халыҡ йыйылған. 96 дәүләт вәкилдәре өс көн эсендә 350 сара үткәрәсәк. Дисскуссия майҙансыҡтары 14 йүнәлештә алып барыла. Улар араһында кино, һынлы сәнғәт, музыка, әҙәбиәт, дөйөм коммуникациялар, мәҙәниәт өлкәһендә белем биреү, төбәктәрҙә ижади ҡарашлы кадрҙар һ.б. актуаль темалар бар.
Шулай ҙа форумдағы киң ҡулланылған тема – ул «Мәҙәниәт» милли проекты булды. Ольга Голодец билдәләүенсә, уҙған йылда ғына музейҙарҙы һәм күргәҙмәләрҙе 154 млн кеше ҡараған. Театрға 40 миллионлап халыҡ барған. Вице-премьер бының юғары күрһәткес булыуы тураһында әйтеп үтте.
Шулай ҙа РФ Мәҙәниәт министры Владимир Мединский Координация ултырышында был күрһәткестәрҙең түбән килеш ҡалған ете төбәкте телгә алды. Улар – Дагестан, Новгород өлкәһе, Хакасия, Төньяҡ Осетин, Башҡортостан, Ҡабардин-Балкар, Ҡалмыҡ республикалары.
Сығанаҡ: https://futurerussia.gov.ru
Читайте нас: