«10 йыл тирәһе йыл элек геологтар тәбиғәт газының 30%-ы һәм бар донъялағы нефттең 13%-ы һирәк осраған минералдар һәм башҡа ҡиммәтле ресурстар менән берлектә Төньяҡ поляр түңәрәктең боҙлауыҡтары аҫтында ятыуы тураһында яҙып сыҡҡайнылар. Һуңғы йылдарҙа һауа температураһының күтәрелеүе арҡаһында айсбергтар яйлап ҡына ирей башлауы был һаҡланып ҡалған тәбиғәт байлыҡтарын алыу мөмкинлектәрен аса», – тип яҙылған унда.
Ул мәҡәләлә шулай уҡ АҠШ-тың дәүләт сәркәтибе Майк Помпеоның һүҙҙәре лә миҫалға килтерелә. Диңгеҙ боҙҙарының кәмеүе сауҙа өсөнг яңы юлдар, яңы мөмкинлектәр аса, тиелә унда. Ә был, үҙ сиратында, Азия һәм Көнбайыш илдәре араһында йөк ташыу ваҡытын 20 көнгә ҡәҙәр ҡыҫҡарта. Арктик диңгеҙ юлдары 21 быуаттың Суэцк һәм Панама каналына әйләнеүе ихтималлығы бар.
2014 йылда БДБ-нә (ООН) әҙепрләнгән докладҡа ярашлы донъя күләмендәге сауҙаның 80%-ы диңгеҙ юлы аша башҡарыла, һәм, Суэцк каналы Европа һәм Көнья Азияны бәйләп торған иң төп коммерция диңгеҙ маршруты булып ҡала килә. Әгәр инде төньяҡ-көньяҡ маршрутын Төньяҡ Боҙло океан аша һалғанда, Европа һәм Алыҫ Көнсығыш араһын өс тапҡырға тиклем ҡыҫҡартып буласаҡ. Бынан тыш төньяҡ-көнбайыш маршрутын Төньяҡ Боҙло океан аша һуҙыу Азия менән Төньяҡ Америка араһын 20%-ҡа ҡыҫҡарта. Бынан Төньяҡ һәм Балтика диңгеҙҙәрендә порттары булған илдәр, иң тәү сиратта, Рәсәй файҙа күрәсәк.
Рәсәй өсөн был ауыл хужалығы яғынан да отошло. Ауыл хужалығын үҫтереү өсөн яңы ерҙәр асыласаҡ, тиелә ул гәзиттә сыҡҡан мәҡәләлә.
2018 йылда БДБ ойошмаһы өсөн әҙерләнгән докладта күренеүенсә, 2050 йылға ауыл хужалығы етештереүсәнлеге Көнбайыш Европала – 2,9%-ҡа, Һиндостанда 2,6%-ҡа кәмей. Шул уҡ ваҡытта һауа температураһының күтәрелеүе Рәсәй өсөн ауыл хужалығы продукцияһын 0,9%-ҡа арттырыу мөмкинлеген бирә.
Бынан тыш, СМИ-ла хәбәр ителеүенсә, Сочила үткән «Рәсәй-Африка» иҡдисади форумда Владимир Путин хәбәр итеүенсә, Рәсәй Африкаға ҡоралға ҡарағанда аҙыҡ-түлекте күберәк экспортлай. Ысынбарлыҡта 2010 йылда ауыл хужалығы продукцияһы 9 млрд доллар табыш килтерһә, 2018 йылда – 20 миллиард доллар, ә быйыл был һан 25 миллиард долларҙы тәшкил итә.
«Путин Рәсәйҙе йәнә лә бойҙай һатып ҡына ла йәнә лә бөйөк державаға әйләндерә алыу ихтималлығы бар», – тип Haarttz мәҡәләһен тамамлай.
Сығанаҡ: https://futurerussia.gov.ru