Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ноябрь 2019, 11:55

Бер туғандарҙы бер үк мәктәптә уҡытыу мөмкинлеген булдырған законопроект икенсе уҡыуҙан ҡабул ителгән

Дәүләт думаһы рәйесе Вячеслав Володин әйтеүенсә, законопроекттағы төҙәтмәләр балалы ғаиләләргә ярҙам йөҙөнән эшләнгән.

РФ Дәүләт думаһы бер туғандарға бер үк мәктәпкә һәм балалар баҡсаһына ҡаршылыҡһыҙ йөрөтөү мөмкинлеген булдыра торған законопроектты икенсе уҡыуҙан ҡабул итте. Был турала тулыраҡ рәсми сайта уҡып белергә мөмкин.

«Законопроект балалы ғаиләләргә ярҙам йөҙөнән эшләнде. Икенсе уҡыуҙа иһә бындай мөмкинлекте балалар баҡсаһы өсөн дә индерҙек. Тормошта төрлө хәлдәр була. Бер үк ғаиләлә йәшәп тә, икенсе урында теркәлеүе ихтимал. Йә булмаһа, ғаилә икенсе урынға күсенеп тә, балаларҙың мәктәбен алыштырырға йыйынмауы мөмкин. Һөҙөмтәлә белем биреү йорто өлкәнен ҡабул итеп тә, бәләкәстәрен территориаль принципҡа таянып, мәктәпкә алыуҙан баш тарта. Ата-әсәләр балаларын төрлө-төрлө балалар баҡсаларына, мәктәптәргә йөрөтөргә мәжбүрҙәр», – тип журналистарға Дәүләт думаһы рәйесе Вячеслав Володин аңлатты. Һәм өҫтәп: «РФ-ң ҡайһы бер субъектары төбәктәрҙә был мәсьәләне үҙҙәренсә хәл итергә ҡарар иткәндәр ине. Әммә тәжрибә был мәсьәләне тик федераль ҡанун менән генә хәл итеп буласағын күрһәтә», – тине.

«Икенсе уҡыуҙан ҡабул ителгән төҙәтмәләр бер туған балаларға бергә уҡыу, бергә балалар баҡсаһына йөрөү мөмкинлеген бирә» – , тип Дәүләт думаһы рәйесе һүҙен йомғаҡланы.

Сығанаҡ: https://futurerussia.gov.ru

Читайте нас: