Һаҡмар
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
13 Ноября 2019, 06:50

Төбәктәргә алдағы өс йылда 50 йәштән үткәндәрҙе уҡытыу өсөн 10 млрд -тан ашыу һум аҡса йүнәлтелә

Был маҡсатҡа ярашлы Башҡортостанға йылына 122,2 млн һум аҡса йүнәлтеләсәк

"Демография" милли проекты буйынса төбәктәр өс йыл дауамында 50 йәштән уҙғандарҙы уҡытыу өсөн 10,2 млрд һум аҡса аласаҡ. Был турала Дәүләт думаһы икенсе уҡыуҙа ҡабул иткән 2020 йылға федераль һәм 2021-2022 йылдарға планлаштырылған бюджетҡа индерелгән ҡушымтала бәйән ителә.
Документҡа ярашлы, 50 йәштән үткәндәргә өҫтәмә белем биреү өсөн 2020-2022 йылдарҙа һәр йыл һайын 3,4 млрд рум аҡса күсереләсәк. Улар араһында иң ҙур субсидия алыусы булараҡ Краснодар крайы (йылына 153,4 млн һум), Мәскәү өлкәһе (йылына 132,2 млн һум) һәм Башҡортостан (йылына 122,2 млн һум) айырылып тора. Ә бына Ненец автоном округы (йылана 270,1 мең. һум), Чукотка (йылына 616,3 мең. һум) һәм Ямал-Ненец (йылына 922,1 мең. һум) иң бәләкәй күләмдә субсидиялана.
"Известия" хәбәр итеүенсә, субсидия күләме 50 йәштән үткән халыҡ һанына ҡарап бүленә.
Милли проект буйынса алты йыл эсендә 450 мең кешене (йылына 75 мең кеше) уҡытыу ҡаралған.
Сығанаҡ: https://futurerussia.gov.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"

© 2026

Об использовании персональных данных

Телефон
(34751)31326
Эл. почта
sakmar07@rambler.ru
Адрес
453630, Республика Башкортостан, Баймакский район, г. Баймак, пр-т С. Юлаева, 38
Рекламная служба
(34751)31337
Редакция
(34751)21499
Приемная
(34751)31326
Сотрудничество
(34751)21499
Отдел кадров
(34751)21838
Яндекс.Метрика