Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ноябрь 2019, 11:55

Башҡортостан менән Чехия 2024 йылға тиклем тауар әйләнешен ун тапҡырға арттырырға ниәт итә

Әле Чехия республиканың тышҡы сауҙа бәйләнештәрендә 34-се урынды биләй

Бынан тыш, милли валютала-һум һәр крондарҙа сауҙа итеү һөйләшеп килешелде. Был маҡсаттар ике республика вәкилдәренең осрашыуында билдәләнде.
Чехия вәкилдәре Башҡортостанға тәүгә килмәй. Сит илдең Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы вәкиле Витезслав Пивонька мартта ғына Радий Хәбиров менән осрашҡайны. Сираттағы эш сәфәрен эшҡыуарҙар республикаға ҡыҙыҡһыныу артыуы менән аңлата.
Европа бизнесмендары һанлы технологияларҙан алып малсылыҡ тармағына тиклем үҙҙәренең һанһыҙ проекттары менән таныштырҙы. Әле Чехия Башҡортостандың сауҙа партнерҙары исемлегендә 34-се урында тора. Тауар әйләнеше күләме ни бары 9 миллион ярым доллар ғына. Киләсәктә ике аралағы хеҙмәттәшлек бермә-бер арттырыу мөмкинлеге бар, тиелде осрашыуҙа.
Сығанаҡ: https://futurerussia.gov.ru
Читайте нас в