Тәүге тапҡыр Башҡортостандың алты районы күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты менән йыһазландырылды. Бындай ФАП-тар аҙ халыҡ йәшәгән ауылдарҙы хеҙмәтләндерәсәк. Был турала РФ Һаулыҡ һаҡлау Министрлығы хәбәр итте.
"Республикаға бирелгән был мобиль ФАП-тар "ПАЗ" автобусы базаһында эшләнгән. Улар электрокардиограф, кардиомаркер өсөн кәрәкле портатив экспресс-анализатор, дефибриллятор-монитор, гинекологик кресло, аналих алыу һәм башҡа медицина ҡоролмалары менән йыһазландырылған", – тип яҙылған унда.