Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ноябрь 2019, 13:55

2022 йылда республикала уртаса эш хаҡы 43 500 һумға етерме?

2022 йылда Республикала уртаса айлыҡ эш хаҡы 43,5 мең һумға етеүе ихтимал. 2020 йылға һәм 2021-2022 йылдарҙың план осорона республиканың социаль-иҡтисади үҫеше прогнозында тап ошондай хеҙмәт хаҡы күрһәткесе билдәләнгән.

«Хеҙмәткә түләү дәүмәле динамикаһы инфляция темптарынан алдараҡ фаразлана», — тип билдәләне Башҡортостандың вице-премьеры – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов шишәмбе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа республиканың социаль-иҡтисади үҫеш прогнозы менән таныштырғанда.
Уның һүҙҙәренсә, 2022 йылға реаль ҡулланырлыҡ аҡсалата килем 102,3,% арта.
Фаразланған осорҙа эшһеҙлек кимәле түбәнәйеп, 2022 йылға 4,7% тәшкил итергә тейеш.
http://www.bashinform.ru/bash/1374914/
Читайте нас: