Мостай Кәримдең трагедияһын яҡут режиссеры Сергей Потапов сәхнәләштерҙе
Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһын сәхнәләштерҙе. Спектакль «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды.#национальныепроекты;#нацпроекты
Спектаклде ҡуйыу өсөн Башҡортостанға Яҡутстандан танылған кинорежиссер һәм театр режиссеры, «Алтын битлек» театр премияһы лауреаты Сергей Потапов килде. Башҡортостан тамашасыһына ул «Туғанлыҡ» төрки телле театрҙар фестивалендә ҡатнашҡан сәхнә әҫәрҙәре аша таныш. Сергей Потапов өсөн был — башҡорт телендә тәүге спектакль. Ләкин режиссер материалды һәйбәт белә, сөнки үҙ ваҡытында П. А. Ойунский исемендәге Саха академия театрында ошо спектаклдә Диуана ролен башҡарған.