Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Октябрь 2019, 17:34

3 млн һумға – 4 йыл төрмә!

Баймаҡ районының 27 йәшлек бер гражданы 4 йылдан ашыу ваҡыт республика кешеләрен алдап, 3 млн һумдан ашыу аҡса үҙләштергән. Ул водитель таныҡлығы, хәрби билет, төрлө сертификаттар, шулай уҡ юғары белем тураһында диплом алып биреүҙә “ярҙам күрһәткән”.

Шулай уҡ тартып алынған водитель таныҡлығын кире ҡайтартыуҙа, мәғариф учрежденеларына уҡырға индереүҙә, машина һатып алыуҙа булышлыҡ итәм, тип белдергән. Был хеҙмәтен ул социаль селтәрҙәр, шулай уҡ таныштары аша тәҡдим иткән. Әлбиттә, бушҡа түгел, аҡсаға!
Беренсе тапҡыр осрашыуҙа ул үҙен хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәре, тип танытҡан. Исемдәрен дә үҙгәрткән. Ысынында иһә ул бер ниндәй ҙә ярҙам күрһәтмәгән. Ә аҡсаларҙы үҙ мәнфәғәтенә тотонған. Бөгөнгә унан 57 кешенең зыян күреүе асыҡланған. Шуның менән 3 млн һумдан ашыу аҡса үҙләштергән. “Эшҡыуар” ир үҙенең ғәйебен тулыһынса таныған. Суд уны 4 йылға иркенән мәхрүм иткән. Бынан тыш ул килтергән зыянды тулыһынса ҡапларға тейеш.
Читайте нас: