Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Октябрь 2019, 07:03

Смартфон аша эшләүсе мультимедиа-гид программаһын Республика Хәрби Дан музейында һынап ҡарарға мөмкин буласаҡ

Әйткәндәй, был программаның өҫтәмә ысынбарлыҡ форматында эшләйәсәк. Ул нисек була ул тиһегеҙме? Сайтта был турала тулыраҡ мәғлүмәт бар.#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан;

Республиканың Хәрби Дан музейы "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә мультимедиа-гидын булдырыу өсөн конкурста еңеп сыҡты. "Проектты тормошҡа ашырыу өсөн смартфондарҙа эшләүсе "Артефакт" һанлы платформаһы ҡулланыласаҡ", -- тип музей директоры Илшат Үтәев хәбәр итте.
"Республиканың Хәрби Дан музейы "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә Бөтә Рәсәй һайлап алыу конкурсында еңеп сыҡты. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн смартфонда эшләүсе өҫтәмә ысынбарлыҡты булдырыусы "Артефакт" һанлы платформаһы ҡулланыласаҡ. Музейға килеүселәргә ни бары ошо программаны эшләтеп, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған экспонатҡа йүнәлтергә генә кәрәк буласаҡ. Шунда уҡ экспонат тураһында ентекле мәғлүмәт тә килеп сыға. Был, тәү сиратта, халыҡты музейға ылыҡтырыр, тип ышанабыҙ. Экскурсовод ярҙамынан тыш экспонат тураһында төплө мәғлүмәт алыу мөмкинлеге тураһында ла әйтеп үтергә кәрәктер", -- тип һөйләне ул.
Әлегә мультимедиа-гиды "Башҡортостан 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында" экспозицияһында эшләй. Һәр экспонат тураһында ентекле мәғлүмәт, файҙалы мәҡәлә лә беркетелгән. "Әле беҙ аудиогид өҫтөндә эшләйбеҙ. Уҡып түгел, телефон йә компьютер аша тыңлап та булырға тейеш. Бының өсөн студияла рус һәм инглиз телдәрендә яҙма әҙерләйбеҙ", -- тип Үтәев өҫтәне.
Artefact ҡушымтаһы Мәҙәниәт Министрлығы һәм "Культура.РФ" проекты сиктәрендә эшкәртелде. Смартфон хужаларына ҡушымтаны күсереп алғандан һуң үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған экспонатҡа камераһын йүнәлтеп, уның тураһында ентекле мәғлүмәт алыу мөмкинлеген булдыра.
"Мәҙәниәт" милли проекты 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән һәм үҙ эсенә "Мәҙәни мөхит", "Ижади кешеләр", "Һанлы мәҙәниәт" проекттарын үҙ эсенә ала.
Читайте нас: