Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Октябрь 2019, 11:31

Баймаҡ наркодилеры тотолған

Райондың 32 йәшлек ҡатыны йәшертен рәүештә Өфөлә һәм Һамар өлкәһендә наркотиктар һатыу менән шөғөлләнгән. Ул заказдарҙы интернет аша ҡабул иткән һәм бәләкәй дозаларҙа һатыу менән булышҡан.

Ул "аҡ ағыуҙы" буш тәмәке ҡаптарында йәшереп тотҡан. БР Эске эштәр министрлығының наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу идаралығы хеҙмәткәрҙәренең һөҙөмтәле эшләүе арҡаһында, наркодилерҙы Өфөнән сығып барғанда ҡулға алалар. Ул таксиҙа күрше өлкәгә китергә йыйынған була. Унда наркотиктарҙы һатырға планлаштырған була, ләкин өлгөрмәй.
Уның ҡул сумкаһында һәм рюкзагында ҙур күләмдә наркотиктар табыла. "Синтетик" наркотиктарҙың дөйөм күләме 100 грамм тәшкил итә. Ҡатын бер ҡайҙа ла эшләмәгән, хөкөмгә лә тарттырылмаған булған. Ул наркотиктарҙы һатырға теләүен белдереп, үҙ ғәйебен таныған.
Әлеге ваҡытта ҡатын һаҡ аҫтына алынған, енәйәт эше ҡуҙғатылған. Уның башҡа тарафтарҙа, шул иҫәптән Баймаҡта ла, наркотик һатыу-һатмауы буйынса тикшереү алып барыла.
Читайте нас: