Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Октябрь 2019, 10:49

Яңы йылда алкоголь эсемлектәр һатылмауы ихтимал

Республикала яңы йыл каникулдарында алкоголь эсемлектәрҙе һатыуҙан тыйыуҙары ихтимал. Был турала Республика Башлығы Радий Хәбиров 21 октябрҙә Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә ошо теманы күтәрҙе.

«Беҙҙә ун көн каникул. Күп кенә ғаиләләр иҫ-аҡылын юйғансы эсә башлар. 31 декабрҙә шешәгә йәбешерҙәр, ә ғинуарҙа беҙ уларҙы «йыйырбыҙ». Криминаль хәл насарайыр. Ошо ун көндә хәмер һатыу йәһәтенән аныҡ саралар күрергә әҙермен. Был сара популяр түгел, ләкин һабантуйҙарҙа, ҡайһы бер байрамдарҙа индергән тәжрибәбеҙ бының һөҙөмтәле булыуын күрһәтте. Әлбиттә, беҙ халыҡты бөтә байрамдарҙа ла алкоголһеҙ ҡалдырмаҫбыҙ, ләкин нисек дөрөҫ эш итеү тураһында уйларға тейешбеҙ. Миңә тәҡдимдәрегеҙҙе әйтегеҙ», — тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров үҙенең ҡул аҫтындағыларға.
Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, был көндәрҙә кешеләр спорт һәм мәҙәни сараларға йәлеп ителергә тейеш.
http://www.bashinform.ru/bash/1368994/
Читайте нас: