Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Октябрь 2019, 09:51

Радий Хәбиров Рәсәй Президенты эргәһендәге Стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса совет президиумы ултырышында ҡатнашты

14 октябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президенты эргәһендәге Стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса совет президиумы ултырышында ҡатнашты. Уны видеоконференция форматында Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев үткәрҙе.#ВладимирПутин

Ултырыш барышында Рәсәй төбәктәрендә «Һаулыҡ һаҡлау» һәм «Демография» милли проекттарының үтәлеше барланды.
– Былар халыҡ өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булған проекттар. Уларға балалар баҡсаһы һорауы ла инә, сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү мәсьәләһе лә ҡарай, – тине Дмитрий Медведев.
Демографияға бәйле хәлгә туҡталып, Премьер-министр йәсле төркөмдәрендә өҫтәмә урындар булдырыу мәсьәләһен һыҙыҡ аҫтына алды. 2019 йылда Рәсәйҙең мәктәпкәсә мәғариф учреждениеларында 25 мең яңы урын булдырылған. Был билдәләнгән пландың өстән бер өлөшөнән әҙерәк. Тағы ла бер ярҙам төрө – йәш ғаиләләр өсөн ташламалы ипотека – ул да тейешле кимәлдә тормошҡа ашырылмай.
Дмитрий Медведев һаулыҡ һаҡлау тармағына бәйле төп бурыстар рәтендә йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән вафат булыусылар һанын дүрттән бер өлөшкә кәметеү һәм бәләкәй ауылдарҙа ла яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттарын төҙөлөү тип билдәләне.
Сығанаҡ: https://glavarb.ru/rus/
Читайте нас: