Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Октябрь 2019, 11:28

Баймаҡ юлсылары тракторлы булды

Ошо көндәрҙә республика юлсылары БР Башлығы Радий Хәбировтың ҡулынан өр-яңы 54 техника алып һөйөндө. Был сараның уларҙың һөнәри байрамына тура килеү байрамға икеләтә мәртәбә өҫтәне.

Ысынлап та, һуңғы ваҡытта юл хужалығы предприятиеларының матди-техник базаһын яңыртыу талап ителә ине. Уларҙың эшмәкәрлеге юлдарҙың сифатына бәйле икәнен бер кем дә инҡар итмәй. Ә инде юлдарҙың торошо – йәшәйешебеҙ кимәлен баһалай.

Бындай тантаналы минуттар Баймаҡ юл ремонтлау-төҙөлөш идаралығын да урап үтмәне. Баймаҡ базаһы ике техникаға тулыланды. БР Башлығы Радий Хәбиров ТО-18 һәм Т-150 тракторҙарының асҡысын тапшырҙы.


- Беҙҙә климат шарттары ябай түгел, - тип белдерҙе Радий Хәбиров тантана барышында. - Шунлыҡтан һеҙгә ярҙам итәбеҙ һәм был тәңгәлдә саралар артабан да дауам итәсәк. Әле икенсе партия машиналар тапшырылды. Ауырымағыҙ, сәләмәт булығыҙ һәм һеҙҙән бары тик яҡшы һәм аварияһыҙ эшләүегеҙҙе һорайбыҙ.


Яҡын арала тағы ла автогрейдер һәм башҡа техниканың да килеүе көтөлә.
Читайте нас: