Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Октябрь 2019, 05:42

Юғары тиҙлекле интернет -- төпкөл ауылдарҙағы мәктәптәргә һәм ФАП-тарға

Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса әҙерләнгән «Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады» милли стратегияһының «Мәғлүмәт инфраструктураһы» проектын ғәмәлгә ашырыу башланды.#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан

Проект 100-ҙән алып меңгә тиклем кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙа социаль әһәмиәтле объекттарҙа интернет үткәреүҙе күҙ уңында тота.
Бөгөнгә 50 социаль әһәмиәтле объект мәғлүмәт-технологик инфраструктура менән тәьмин ителгән. Улар араһында – мәктәптәр, ФАП-тар, полиция бүлексәләре, янғын частары, һайлау комиссиялары.
«Мәғлүмәт инфраструктураһы» программаһы ярҙамында алыҫта урынлашҡан күп кенә ауылдарға юғары тиҙлекле интернет килә. 2021 йылдың аҙағына тиклем ошо программа буйынса бөтәһе 2774 социаль объектҡа юғары тиҙлекле интернет үткәрелергә тейеш», — тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы Мәғлүмәтләштереү һәм «Асыҡ Республика» системаһының эш итеүе мәсьәләләре буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Алевтина Дауытова.
«Мәғлүмәт инфраструктураһы» проекты сүсле-оптик элемтә линияһын төҙөүҙе, элемтә каналдарын үҫтереүҙе, социаль әһәмиәтле объекттарға интернет үткәреүҙе һәм объекттар эсендә ИКТ-инфраструктура булдырыуҙы күҙ уңында тота.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың июлендә уҙған аукцион һөҙөмтәһендә Башҡортостан Республикаһының телекоммуникация компанияһы – «Башинформсвязь» йәмғиәте проекттың операторы тип танылды.
Контракт шарттары буйынса, ағымдағы йылдың 1 декабренә тиклем оператор 722 социаль объектҡа интернет үткәрергә тейеш.
ӨФӨ, 2019 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.
http://www.bashinform.ru/bash/1367545/
Читайте нас: