«Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы» конкурсы икенсе йыл рәттән үткәрелеп килә. Уның ойоштороусылар — «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы һәм «Башҡортостан» ДТРК ДУП-һы. Конкурс республиканың тораҡ пункттарында урындағы үҙидараны үҫтереү, халыҡтың үҙ биләмәләрендә урындағы әһәмиәткә эйә мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнашыуын әүҙемләштереү, ауыл ерендә йәшәү шарттарын яҡшыртыу һәм уның абруйын күтәреү, тыуған илгә, ауылға һөйөү тәрбиәләү, ауылда йәшәү рәүешен популярлаштырыу маҡсатында уҙғарыла.
Конкурста Башҡортостандың 5000-гә тиклем кеше йәшәгән ауылдары ҡатнаша. Төп шарт – ауыл халҡының йыйылышта конкурста ҡатнашыу тураһында ҡарар ҡабул итеүе, шулай уҡ муниципаль район етәкселегенең тәҡдиме.
Быйыл конкурс өс этапта үткәрелде. Беренсе этапта – 1 августан 15-нә ҡәҙәр — ғаризалар ҡабул ителде, шулай уҡ уларҙың раҫланған положениеға тап килеүе баһаланды.
Икенсе этапта комиссия конкурста ҡатнашырға теләк белдергән 48 ауылдан 10-һын һайлап алды, 1 сентябрҙән 20-нә тиклем Башҡортостан юлдаш телеканалында финалсыларҙың видеопрезентацияһы күрһәтелде, артабан тамашасыларҙың тауыш биреүе ойошторолдо.
Тамашасыларҙың тауыш биреүе тамамланғас, комиссия конкурстың беренсе һәм икенсе этаптары йомғаҡтары буйынса биш ауылды һайланы.
Конкурстың өсөнсө этабында иң юғары баһа алған еңеүселәр билдәләнде.
Бүләк фонды – 1 миллион һум. Беренсе урын өсөн – 500 мең һум, икенсегә – 300 мең, өсөнсөгә – 200 мең һум. Бынан тыш, иң матур 12 ауыл төрлө номинацияларҙа билдәләнә, ә ҡалған 33-ө дипломдар менән бүләкләнә. Еңеүсе ауылда «Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы 2019» тип яҙылған махсус стела ҡуйыла.
«Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы» конкурсын үткәреү тәртибе тураһында положение «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы сайтында баҫылған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылда Әбйәлил районының Хәлил ауылы Башҡортостандың иң матур ауылы тип билдәләнде. Икенсе урынды Бөрө районының Бахтыбай ауылы алды, өсөнсө урынға Тәтешле районының Иҫке Күрҙем ауылы лайыҡ булды. Еңеүселәргә дипломдар һәм аҡсалата бүләктәр тапшырылды.
http://www.bashinform.ru/bash/1366545/