Һаҡмар
-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Октябрь 2019, 10:52

Башҡорт драма театры Мостай Кәримдең «Ҡыҙ урлау» комедияһын яңыса сәхнәләштерҙе

8 октябрҙә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Мостай Кәримдең «Ҡыҙ урлау» комедияһы буйынса спектаклдең премьераһын күрһәтә. Спектакль Башҡортостандың халыҡ шағиры, күренекле яҙыусы һәм драматургтың 100 йыллығына бағышланған.#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан

Спектаклдең режиссеры — Илсур Ҡаҙаҡбаев, ҡуйыусы рәссамы — Альберт Нестеров, музыкаль яҡтан биҙәлеше — Илшат Яхин, хореография — Ольга Даукаева. Спектаклдә йәш актерҙар ҙа, өлкән быуын артистары ла ҡатнаша.
Мостай Кәрим ошо музыкаль комедияһын 1958 йылда яҙған. Тамашасының һөйөүен яулап алған спектакль бына инде оҙаҡ йылдар республика театрҙары афишаһынан төшмәй тиерлек. Был юлы тамашасыларҙы сағыу, заманса тамаша, йыр-моң, бейеүҙәр, трюктар, ғәҙәти булмаған финал көтә.
«Элекке йылдарҙа беҙҙең театрҙа «Ҡыҙ урлау» спектаклен Рифҡәт Исрафилов ҡуйҙы (ә мин уның ассистенты инем) һәм ул күп кенә тамашалар өсөн эталонға әүерелде, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына актер Олег Ханов. — Спектаклгә тотонғас, ҡабатлау булмаҫмы икән тип шикләндем. Ләкин ҡуйыусылар Илсур Ҡаҙаҡбаев, Альберт Нестеров, Ольга Даукаева, Илшат Яхин үҙ телен тапты. Ниндәй йылдарҙа яҙылғанын, ул ваҡыттағы хәл-ваҡиғаларҙы өйрәндек. Тап шул саҡта стилягалар хәрәкәте популяр булған, йәштәр яңы формаларҙы үҙләштергән. Бына ошо тел заманса ритм индерҙе һәм күптән яҙылған һүҙҙәр яңыса яңғыраны. Бөтә серҙәрҙе лә асмайым, ләкин финал көтөлмәгәнсә тамамлана. Минеңсә, Мостафа Сафа улы был финал менән тулыһынса риза булыр ине».
Киске сәғәт 7-лә башлана. Спектаклдәр Башҡорт опера һәм балет театрының Бәләкәй сәхнәһендә күрһәтелә. Спектакль рус теленә синхрон тәржемә менән бара.
http://www.bashinform.ru/bash/1363039/
Читайте нас: