«Беренсе республика» фильмы Лос-Анджелеста Азия кинофестивалендә ҡатнаша
Булат Йосоповтың «Беренсе республика» тарихи нәфис фильмы Лос-Анджелеста халыҡ-ара Азия кинофестиваленең конкурс программаһында ҡатнашыу өсөн һайлап алынған.#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан
Фестиваль 2019 йылдың 6-14 ноябрендә Лос-Анджелес янындағы Калвер-Сити ҡалаһында ойошторола.
Унда Азияның 50-нән ашыу иленән фильмдар ҡатнаша. Фестивалдең үҙенсәлеге шунда: унда башлыса сит телдәге иң яҡшы фильм өсөн Кинематография сәнғәте һәм фәндәре академияһына, «Алтын глобустар»ға тәҡдим ителгән Азия континентынан фильмдар күрһәтелә.