Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Октябрь 2019, 10:44

Баймаҡта ҡый түгеү полигоны буласаҡ

Республиканың көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш райондарын хеҙмәтләндергән “ЭКО-СИТИ” ЯСЙ-һы Баймаҡта 540 млн һумға сүп-сар сортировкалау заводы төҙөргә уйлай. Ошо көндәрҙә улар үткән урындағы инвестиция сәғәтендә буласаҡ комплекс проекты менән таныштырҙы.#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан

Сортировкалау комплексы йылына 100 мең тонна сүп-сарҙы эшкәртә аласаҡ. Проект эсенә сортировкалау линияһы, полигон, органик ҡалдыҡтарҙы компостлау цехы инә. 102 яңы эш урыны булдырыласаҡ. Төрлө кимәлдәге бюджеттар ун йыл эсендә 660 млн һумға яҡын өҫтәмә түләүҙәр аласаҡ. Компанияның генераль директоры Семён Земсков белдереүенсә, был төбәктә сүп-сар менән тейешлесә мөғәләмә итеүгә шарттар булдырылмаған. Заманса полигондар, сортировкалау заводтары ла юҡ. Яңы комплекс ҡеүәттәре бер нисә районға етәсәк.
Читайте нас: