Һаҡмар
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Октябрь 2019, 10:35

Өфөлә «Һеңлекәш» фильмы прокатта Голливуд фильмдарын уҙып бара

Өфөлә «Һеңлекәш» фильмы прокатта Голливуд фильмдарын уҙып бара. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, таҫма 19 сентябрҙә башланды, прокат менән Walt Disney шөғөлләнә. Фильмдың касса йыйымы «Һеңлекәш» менән бер көндә старт алған «Тайна печати Драконов», «Комната желаний», «Рэмбо: Последняя кровь», «Вчера» фильмдары йыйымынан артып китте. Уға шулай уҡ августа йәки сентябрь башында прокатҡа сыҡҡан фильмдарға ҡарағанда һорау ҙур.#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан

«Фильм шәп бара! Сеансҡа балалар ҙа, өлкәндәр ҙә килә. Уҡыусылар төркөмөнән тыш, киске сеансты ябай тамашасылар ҙа ҡарай. Фильмдан һуң кешеләр алҡышлай, «рәхмәт» әйтә. «Һеңлекәш» киноға йөрөү рекордын ҡуйҙы. Тәүҙә прокат 2 октябргә тиклем планлаштырылғайны, ләкин хәҙер уны оҙайтырға хәл ителде», — тине «Родина» кинотеатры директоры урынбаҫары Рида Үтәшева.
«Һеңлекәш» хәрби драмаһын Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы һәм Мостай Кәрим исемендәге фонд булышлығында «Мотор Фильм Студия» кинокомпанияһы төшөргән. Премьера Башҡортостандың халыҡ шағиры, күренекле яҙыусы, драматург һәм йәмәғәт эшмәкәре Мостай Кәримдең бер быуатлыҡ юбилейы йылында экранға сыҡты.
http://www.bashinform.ru/bash/1360811/