Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Сентябрь 2019, 11:02

Башҡорт һәм төрөк ҡалалары ШОС һәм БРИКС илдәре бизнес-форумы сиктәрендә килешеү төҙөнө

Килешеү Сибай һәм Урла (Измир провинцияһы) ҡалалары хакимиәттәре араһында төҙөлдө. #национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан

Урта һәм кесе эшҡыуарлыҡ буйынса ШОС һәм БРИКС илдәренең бишенсе бизнес-форумы сиктәрендә төрөк провинцияһы Измирҙың Урла ҡалаһы һәм башҡорт ҡалаһы Сибай араһында хеҙмәттәшлек килешеүе төҙөлдө.
2019 йылдың июнендә "Урал аръяғы--2019" форумында Сибайҙа уҡ һөйләшеүҙәр башланғайны. Хәҙер инде, Өфөлә үткән форумда был эшлекле килешеү имзалар менән нығытылып ҡуйылды.
Башҡортостандан был килешеүгә Сибай ҡалаһы биләмәһе хакимиәте башлығы Рөстәм Авзалов ҡул ҡуйһа, төрөк яғынан Урлы ҡалаһы мэры Ибраһим Бураҡ Огуз был вазифаны башҡарҙы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: ШОС һәм БРИКС илдәренең бишенсе форумы Өфөлә 25-27 сентябрҙә үтә. Форумда Рәсәйҙең 52 субъектынан һәм 31 илдән 2800 кеше ҡатнаша.
Бизнес-форум майҙансыҡтарында 18 эшлекле секциялар һәм түңәрәк өҫтәлдәр эшләй.
Читайте нас: