Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Сентябрь 2019, 11:56

Бөтә илдән 200 клуб учреждениеһы директоры Өфөгә Бөтә Рәсәй съезына килә

27-30 сентябрҙә Өфөлә II Бөтә Рәсәй клуб учреждениелары директорҙары съезы уҙғарыла. Унда илдең 60 субъектынан 200-ләгән кеше ҡатнаша.#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан

Съезд ултырыштары Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Ольга Ярилова, Дәүләт Думаһы депутаты, мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Ольга Казакова, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Әминә Шафиҡова ҡатнашлығында үткәрелә.
Съезд программаһында 28 сентябрҙә — «Торатау» конгресс-холында пленар ултырыш, 29 сентябрҙә тематик секциялар һәм Бөрө ҡалаһында «Рәсәйҙең бәләкәй ҡалаларының мәҙәни үҫеш үҙәктәре» темаһына күсмә ултырыш ҡаралған.
Башҡортостан Республикаһының Милли музейына, М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейына, «Башҡортостан — Евразия йөрәге» концертына барыу, Ҡырмыҫҡалы һәм Өфө райондарының мәҙәниәт йорттары, Шайморат ауылының мәҙәниәт йорто эшмәкәрлеге менән танышыу күҙаллана.
Сара барышында бер нисә күргәҙмә ойошторола: «Бөтә донъя фольклориадаһы»; «Башҡортостан Республикаһының ауыл күп функциялы клубтары»; «Кесе Ватан мәҙәниәте» проектын тормошҡа ашырыу; Мостай Кәримдең 100 йыллығы. Шулай уҡ республикабыҙҙың биҙәү-ҡулланма ижады оҫталарының эштәре тәҡдим ителә.
Съезды ойоштороусылар — Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы, «Берҙәм Рәсәй» партияһы, В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй халыҡ ижады йорто, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Бөрө, Ҡырмыҫҡалы, Өфө райондары хакимиәттәре.
Ләйлә Аралбаева.
http://www.bashinform.ru/bash/1359128/
Читайте нас: