Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Сентябрь 2019, 11:30

Өфөлә Оло йәштәгеләр көнөндә «Мин яратам һине, тормош!» фестиваленең гала-концерты була

1 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған VIII «Мин яратам һине, тормош!» оло йәштәгеләрҙең художестволы үҙешмәкәрлек республика фестиваленең гала-концерты була.#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан

Республиканың изге мәҙәни традицияларының береһенә әүерелгән сағыу һәм матур байрам «Торатау» конгресс-холына өлкән быуындың талантлы һәм көр күңелле 500-ҙән ашыу вәкилен йыя.
Быйыл фестивалдә бөтәһе 2,5 меңдән күберәк кеше ҡатнашты, жюри ете зона туры йомғаҡтары буйынса улар араһынан байрам гала-концерты өсөн иң яҡшы номерҙарҙы һайлап алды.
Фестивалдә ҡатнашыусыларҙың уртаса йәше, ҡағиҙә булараҡ, 65-70 йәш тәшкил итә. Ләкин йыш ҡына сәхнәлә күптән туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлаған башҡарыусылар ҙа сығыш яһай, тип хәбәр иттеләр республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.
Сара өлкән быуын кешеләренең ижади потенциалын асыу, уларҙы социаль яраҡлаштырыу маҡсатында 2012 йылдан алып үткәрелә.
http://www.bashinform.ru/bash/1358178/
Читайте нас: