Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Сентябрь 2019, 10:44

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт театры юбилейға әҙәби киноһүрәтләмәләр төшөрә

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының 100 йыллығы һәм Мостай Кәримдең бер быуатлыҡ юбилейы айҡанлы әҙәби киноһүрәтләмәләр төшөрөү башланды. Был идеяны баш режиссер Айрат Абушахманов етәкселегендә театрҙың ижади коллективы тәҡдим итте.#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостанкультура

«Улар Мостай Кәримдең әҫәрҙәренә һәм театр тураһындағы шиғырҙарға нигеҙләнгән уйын сюжеттары булһын тигән маҡсат ҡуйҙыҡ. Актерҙар был тәҡдимде дәррәү күтәреп алды һәм үҙҙәре лә процесҡа ҡушылды. Сюжеттарҙы бергәләп әҙерләйбеҙ. Һәр роликтың оҙайлығы — өс минутҡа тиклем», — тип һөйләне проекттың режиссеры Руслан Юлтаев.
Мостай Кәримдең «Юлдарым йыраҡ, һөйөклөм...» шиғыры буйынса тәүге сюжетта театрҙың йәш артистары Гөлназ һәм Руслан Хайсаровтар, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Алһыу Бәхтиева төштө. Төшөрөү урыны итеп Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы һайланды.
Сюжеттарҙы социаль селтәрҙә таратыу күҙаллана, шулай уҡ уларҙы Башҡортостан юлдаш телеканалында күрһәтеү тураһында килешеү бар.
Читайте нас в