Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Сентябрь 2019, 11:37

Өфөнөң тарихи өлөшөндә биш йорт һаҡлана торған статусҡа эйә булды

Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы Өфөнөң биш боронғо йортон муниципаль әһәмиәттәге тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары реестрына индерҙе, тип хәбәр итә «КоммерсантЪ-Өфө».#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан

Өйҙәр XIX-XX быуаттағы Өфөнөң тарихи төҙөлөш өлөшө булып тора. 2017 йылдан алып объекттар асыҡланған мәҙәни мираҫ объекттары исемлегендә булды.
Әйтәйек, Зенцов урамындағы Лихтанский йорто, Октябрь революцияһы урамындағы Шамов йорто, Сахаров утарының Көнбайыш йорто, Сперанский утарының көнсығыш йорто, Аверьяновтар йорто реестрға индерелергә тейеш.
Реестрға объекттар тарихи-мәҙәни экспертиза үткәрелгәндән һуң индерелгән. Башҡортостандың баш ҡалаһында күп йылдар инде ҡала үҙәгендәге мәҙәни мираҫ объекттарын емереүгә ҡаршы көрәш тынмай. Быйыл майҙа властар әүҙемселәр менән берлектә инвесторҙар өсөн льготалы шарттар менән боронғо биналарҙы реставрациялау программаһын әҙерләне.
http://www.bashinform.ru/bash/1355573/
Читайте нас: