Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Сентябрь 2019, 10:51

Республиканың төпкөл ауылдарында 3 мең социаль объект интернетҡа тоташтырыла

Республикабыҙҙа «Һанлы иҡтисад» милли программаһы буйынса күп кенә төпкөл ауылдарға юғары тиҙлекле интернет килә. был исемлеккә мәктәп, ФАП, полиция бүлексәһе, янғын часы, һайлау комиссияһы һ.б. социаль әһәмиәтле объекттар инә. #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Килешеү шарттарына ярашлы, өс йыл дауамында республиканың 2774 социаль әһәмиәтле объекты интернетҡа тоташтырыла.Мәҫәлән, быйыл, йәғни 2019 йылда, 722 объектты йәки социаль әһәмиәтле объекттарҙың дөйөм һанынан 26% интернетҡа тоташтырылыуы көтөлә. Икенсе йылда уларҙың һаны 888-гә етергә тейеш. 2021 йылда 1164 социаль әһәмиәтле объектты (40% ашыу) интернетҡа тоташтырыу күҙаллана.


Эштәр тамамланғас, элемтә операторының төҙөлгән инфраструктураны ошо уҡ ауылдарҙа физик һәм юридик берәмектәрҙе интернетҡа тоташтырыу өсөн файҙаланыуы күҙ уңында тотола.
«Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады» милли программаһы ил президенты Владимир Путиндың май указы менән башланды. Социаль әһәмиәтле проекттарҙы интернетҡа тоташтырыу «Һанлы иҡтисад» милли программаһының «Мәғлүмәт инфраструктураһы» проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.

Сығанаҡ: http://www.bashinform.ru

Читайте нас: