Һаҡмар
+25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Сентябрь 2019, 11:36
Күп балалы ғаиләләргә мәктәп формаһына киткән сығымды ҡайтарыу өсөн артыҡ документтар талап ителмәй
Өфө мәктәптәренең береһендә ишле ғаиләләр мәктәп формаһының хаҡын компенсациялауҙа проблемаға юлығалар. Уҡыу йортонда уларҙан положениеға ярашлы булмаған документтар таптырып аптыраталар.
"Яңы мәктәп" проектының төбәк координаторы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәил Әсәҙуллин әйтеүенсә, бындай "кәрәкмәгән инициативалар" күп балалы ғаиләләрҙәге былай ҙа еңел булмаған проблемаларҙы тағы ла нығыраҡ арттыра ғына.
"Төрлө өлкәләрҙәге администраторҙарға законды боҙоу ярамаған эш. Ата-әсәләрҙе юҡ-бар инстанцияларға "йүгерткәнсе" ярҙам итергә лә булыр ине", - тине Рәил Әсәҙуллин.
Өфөләге был ваҡиға тураһында ваҡытлы матбуғат биттәрендә яҙылып сыҡты. Рәил Әсәҙуллин уны көйләп ебәреү өсөн мәктәп етәкселеге һәм Мәғариф министрлығы юристары менән бәйләнешкә инде. Ата-әсәләр ҙә, педагогтар ҙа компенсация юллау тәртибе тураһында аңлатма алды.
Проблема ыңғай хәл ителде. Тиҙҙән ата-әсәләр үҙҙәренә тейешле компенсацияны аласаҡтар.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи