Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Август 2019, 23:26

“Алға” менән алға!

Республика халҡы “Алға” Берҙәм транспорт картаһы менән файҙалана башланы. Был уңайлыҡ баймаҡтарға ла килеп етте. Уны элекке транспорт картаһына алмаштырып алырға йәки яңыһын һатып алырға мөмкин. Хаҡы – 50 һум. Әлеге карталар әкренләп әйләнештән сығарыласаҡ.

“Алға” картаһы “Рәсәй почтаһы” бүлексәләрендә, “Һаҡлыҡ” һәм “Уралсиб” банкыларында һатыла. Уларҙы шулай уҡ онлайн-банк аша ла тулыландырырға мөмкин. Бынан тыш, ағымдағы йылдың 1 сентябренән транспорт картаһын смартфонға яҙҙырып, уға ситтән тороп аҡса һалыу, балансты, башҡарылған операцияларҙы, юл йөрөү хаҡын, нисә тапҡыр түләүҙе тикшерергә мөмкин.
Карталар ике төрлө – айырым кешегә бәйләнгән һәм бәйләнмәгән. Беренсе осраҡта ул һеҙҙең исемгә теркәлә һәм ундағы саралар менән идара итергә мөмкин. Әгәр ҙә картағыҙ юғала ҡалһа, ундағыҡалған аҡсаны икенсеһенә күсерә алаһығыҙ. Автобусҡа бер тапҡыр ултырып йөрөү 18 һумға төшә. Мәктәп уҡыусыларына – 15 һум. Әйткәндәй, Баймаҡ АТП-һының барлыҡ 35 автобусы ла ошондай терминалдар менән тәьмин ителгән.
1 сентябрҙән “сәғәтле тариф” ғәмәлгә инәсәк. Ул бер транспорттан икенсеһенә күскәндә аҡса сарыф итмәү мөмкинлеген бирә. Был бигерәк тә ҙур ҡалаларҙа йәшәп, эшкә барып ҡайтыу өсөн 2-3 автобус алмаштырған кешеләргә уңайлы.
Карта менән иҫәпләшкәндә закон буйынса ҡаралған барлыҡ ташламалар ҙа һаҡлана.
Лилиә ТАКАЕВА.
Читайте нас: