Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Август 2019, 20:45

Бөгөн Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған көнө

Бөгөн генерал-майор Миңлеғәле Минһажетдин улы Шайморатовтың тыуған көнө.


Миңлеғәле Минһажетдин улы Шайморатов 1899 йылдың 15 авгусында Өфө өйәҙенә ҡараған Биштәкә ауылында донъяға килгән. Әйткәндәй, хәҙер был ауыл Шайморат тигән атама менән йөрөтөлә. 1918 йылда Белореттан Архангелгә; Блюхерҙың Көньяҡ Урал партизандар армияһына барып ҡушыла. Аҙаҡтан Төркмәнистан фронтының 1-се армияһы составындағы 1-се Айырым башҡорт-татар кавалерия бригадаһы сафында һуғыша, 1920 йылдың июнь баштарында Көньяҡ-Көнбайыш фронттың 12-се армияһында Польшаға ҡаршы, Ростов өлкәһен Врангель армияһынан азат итеүҙә С. М. Буденныйҙың 1-се атлы армияһы составында ҡатнаша, Ҡырым һәм Кавказ фронттарында һуғыша.
1924—1931 йылдарҙа Мәскәүҙә ВЦИК ҡарамағындағы Юғары дөйөм хәрби училищела уҡый, 1934 йылда М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияны алтын миҙал менән тамамлай.
1934—1935 йылдарҙа Төркиәлә, 1936—1940 йылдарҙа Ҡытайҙа хәрби атташе була.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылдың авгусында ул үҙенең полкы менән фронтҡа китә һәм генерал-майор Л. М. Доваторҙың кавалерия төркөмөнә барып ҡушыла.
1941 йылда республика хеҙмәтсәндәре иҫәбенә 112-се Башҡорт атлы дивизияһы ойошторола. Декабрь урталарында фронттан полковник М. М. Шайморатов ҡайтып төшә һәм ойошторолоп ятҡан дивизияны ҡабул итеп ала.
1943 йылдың 23 февралендә, дошман тылындағы оҙайлы рейдтан һуң фронт һыҙығы аша сыҡҡан ваҡыттағы тиңһеҙ һуғыштарҙа Башҡортостан баһадир улы гвардия генерал-майоры М. М. Шайморатов Ворошиловград өлкәһе Ивановка районының Штеревка утары янында батырҙарса һәләк була.

Шайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улы — хәрби хеҙмәткәр, генерал-майор. Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се (һуңынан 16-сы Чернигов гвардия дивизияһы) Башҡорт кавалерия дивизияһын ойоштороусы һәм 1941 йылдың декабренән 1943 йылдың февраленә тиклем уның командиры.

2019 йылдың 28 июнендә V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, Өфөлә Совет майҙанында легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ.
2018 йылдың майында Еңеү көнө алдынан Башҡортостан музейҙарында легендар дивизия командиры Миңлеғәли Шайморатов тураһында документаль фильм күрһәтелде.
2015 йылдың 11 сентябрендә Ҡырмыҫҡалы районы Шайморат ауылында 112-се Башҡорт атлы дивизияһы һәм уның командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған Хәрби Дан мемориалы асылды.
2012 йылдың 21 ноябрендә Рәсәй Президентының 1561-се Указы менән Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы Эске ғәскәрҙәренең 27-се Махсус тәғәйенләнеш отрядына М. М. Шайморатов исеме бирелде.
Дәрәжәләре һәм бүләктәре:

1938 йыл — полковник;

1942 йыл —генерал-майор.

ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1938, 03.12.1941;

Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (14.02.1943).


Мәғлүмәттәр https://ba.wikipedia башҡорт Википедияһынан алынды.



Читайте нас: